"СЕРЛЕ САМАУЫР"

17 августа 2022 г.

Модельная Краеведческая библиотека-филиал № 4 "Мирас - собиратель, хранитель, проводник культурных традиций.

#Деньсамовара#Салауат_мәҙәниәте#Культура_Салавата#Модельная_Краеведческая_Библиотека_филиал4

"СЕРЛЕ САМАУЫР"
Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр рәхәтләнеп самауыр сәйен эскәндәр. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Бигерәк тә шифалы үлән сәйҙәрен баллап –тәмләп эсергә яратҡан халҡым.
Урыҫ самауыры тип йөрөтөлгән сәй ҡайнатыу ҡорамалының Рәсәйҙә таралып китеүе башҡорттар менән бәйле икәнен күбебеҙ белмәйҙер ҙә әле. Ә был ысынлап та шулай. Рәсәйҙәге беренесе самауырҙы Уралда, ғәйнә башҡорттары ерҙәрендә төҙөлгән Ирген заводында, ә аҙаҡтан Соҡсон заводында эшләй башлайҙар. Эшселәрҙең ҡулына быға тиклем улар ғүмерҙә күрмәгән ҙур ҡорһаҡлы сәйер бер ҡорамал килеп эләгә. Был башҡорттарҙың һыу ҡайнатыу ҡорамалы була. Ирген заводы приказчигы Родион Набатов был ҡорамалды күпләп етештереүҙе ойоштора. Шулай итеп, бөтәбеҙ ҙә "урыҫ самауыры" тип белгән сәй ҡайнатыу ҡорамалы бөтөн Рәсәйгә таралып китә. Аҙаҡ Родион Набатов самауырҙы Демидовтарҙың Соҡсон заводында етештерә башлай. Деимдовтар Тула ҡалаһы кешеләре була һәм самауырҙы Тулала күпләп эшләй башлайҙар, бөтә донъяға таралған "Тула самауыры" барлыҡҡа килә. Шулай итеп "урыҫ самауыры" тигән ҡорамалдың донъяға таралыуына ла башҡорттар сәбәпсе булып сыға. Ҙур ҡорһағында "Ирген заводы. 1741 йыл" тигән яҙыулы самауыр иң боронғо Рәсәй самауыры һанала. Ә был самауыр башҡорттарға Ҡытайҙан килеп эләккән була.