Башкирский фольклорный праздник “Ҡарға бутҡаһы” (Грачиная каша)

20 мая 2022 г.

Модельная Краеведческая библиотека-филиал № 4 "Мирас - собиратель, хранитель, проводник культурных традиций.

#Пушкинскаякарта#Ҡарға_бутҡаһы#Грачиная_каша#2022_год_Год_культурного_наследия_народов_России#Рәсәй_халыҡтарының_мәҙәни_мираҫы_йылы#Мир_твоему_дому_традиции_и_обычаи#Беҙҙең_традициялар_ғөрөф_ғәҙәттәр#Традиции_обычаи_праздники#Йолалар_байрамдар#Салават#городСалават#Салауат_ҡалаһы#Культура_Салавата#Салауат_мәҙәниәте#Модельная_Краеведческая_Библиотека4

"Ҡарға бутҡаһы- Грачиная каша": фольклорный праздник

Бөгөн, 17-се май Пушкин картаһы проекты буйынса беҙҙең китапханала медицина колледжы студенттары өсөн , китапханала эшләп килгән "Көмөш тәңкә" әҙәби-фольклор коллективы (етәксеһе китапхана мөдире Гөлнара Ғәлиулла ҡыҙы Хайбуллина) бик сағыу, матур, ҙур тамаша - башҡорт халҡының иң яраткан милли байрамдарының береһе «Ҡарға бутҡаһы» фольклор байрамын күрһәтте. Был байрам Рәсәй халыктарының халык сәнғәте һәм рухи-мәҙәни мираҫы йылына бағышланды. Башкорт халкының мәҙәниәте бик бай. Халкыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары, милли йолалары, матур байрамдары быуаттар буйына быуындан-быуынға таршырылып килгән.Ошо сылбырҙы өҙмәй матур комарткыларыбыҙҙы, бөгөн беҙгә кунакка килгән йәштәребеҙгә, түкмәй-сәсмәй тапшырыу ине беҙҙең максатыбыҙ. Шулай ук халҡыбыҙҙың боронғо йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү булды. «Ҡарға бутҡаһы» фольклор байрамы тәбиғәт уянған ваҡытта үткәрелә. «Ҡарға туйын, — күренекле ғалим, этнограф С.И. Руденко яҙыуынса, — яҙ башында, ҡар иреп, йәш үлән сыҡҡас, ҡарғалар ҡайтҡас байрам иткәндәр».
"Көмөш тәңкә" әҙәби-фольклор коллективы "Ҡарға буткаһы" байрамын шул тиклем сағыу итеп, ниндәйҙер бер матур моң, аһәң менән , еренә еткереп күрһәтте. Буткаларҙа бешерелде, кунактарҙа, йәштәрҙә тәмле ҡарға бутҡаһы менән һыйланды, йырҙар, бейеүҙәр башҡарылды, ҡурайсылар курай һыҙҙырҙы. Һәр вакыттағыса сара бик күңелле, күтәренке кәйефтә үтте. Бындай милли сараларҙың ниндәйҙер мөғжизәле көсө, сере бар бит ул. Шуға күрә кунакка килгән йәштәребеҙ был байрамдан көс, дәр, илһам, шатлык, кыуаныс алып кайтып киттеләр. "Көмөш тәңкә" коллективына, коллектив етәксеһенә, китапхана хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәттәрен еткерҙеләр.

В рамках реализации проекта «Пушкинская карта», сегодня,17 мая, студенты медицинского колледжа, посетили нашу краеведческую библиотеку. Был проведен башкирский фольклорный праздник “Ҡарға бутҡаһы” (Грачиная каша”).