Погода
9°C
Прогноз погоды представлен сайтом Gismeteo.ru

МБУ "ЦЕНТРАЛИЗОВАННАЯ БИБЛИОТЕЧНАЯ СИСТЕМА"

Телефон

8 (3476) 35-28-43

Факс 8 (3476) 35-28-43

Эл. почта mukcbs59@mail.ru

Статья из газеты "Салауат" (на башкирском языке)

8 ноября 2019 г.

Модельной краеведческой библиотеки - филиал № 4 "Мирас-собиратель, хранитель, проводник культурных традиций"

фольклорно – поэтический коллектив «Көмөш тәнкә"

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта төбәктә Милли кейем көнө булдырыласағы тураһында белдерҙе.
  Яңы байрамды рәсмиләштереү өсөн бөтә документтар әҙерләнгән. Ул йыл да апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыласаҡ.
“Республикабыҙҙа 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең күркәм традициялары, ҡабатланмаҫ мәҙәниәт үҙенсәлектәре бар. Халыҡтарҙың милли костюмдары байрамы тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә яңынан әйләнеп ҡайтырға, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе йәш быуынға таратырға ярҙам итер”, – тине төбәктең вице-премьеры.
  Беҙҙең ҡалала башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеү, халыҡҡа күрһәтеү, таратыу аша халыҡ араһында милли мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү уятыу менән актив шөғөлләнеүсе коллектив бар. Ул - “Мираҫ - мәҙәни йолаларҙы йыйыусы, һаҡлаусы һәм таратыусы” 4-се моделле тыуған яҡты өйрәнеү китапхана-филиалында эшләп килгән “Селтәр” биҙәү-ғәмәли сәнғәт клубы. Уны китапхана мөдире Гөлнара Хәйбуллина етәкләй. Клуб ағзалары башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдерек, селтәр, ҡашмау, сулпы кеүек милли биҙәүестәрен, башҡорт күлдәктәрен, милли билбауҙарҙы,  башҡорт ҡорамаларын, милли ҡурсаҡтарын, бәләкәй тирмәләрҙе эшләй, халыҡҡа еткерә.
  Алда (һулдан уңға): Рәмилә Ҡунаҡбаева, Альмира Носратуллина, Делара Ғүмәрова, артта (һулдан уңға): Гөлсинә Мәһәҙиева, Гөлсинә Ниғмәтуллина, Ғәшүрә Рафиҡова, Мәйсәрә Хәйерова.